2019 йылда Рәсәй халҡын 118 ял көнө көтә

Киләһе йылда ла Рәсәй халҡын бер нисә оҙайлы ял көндәре көтә. Ун көн ял Яңы йыл байрамдарында көтөлә.Ял һәм байрам көндәрен иҫәпкә алғанда, Рәсәйҙә йәшәүселәр 118 көн ял итәсәк.

Рәсәйҙең хеҙмәт министрлығы 2019 йылға байрам көндәре календарын раҫланы. Яңы йыл һәм май байрамдарында нисә көн ял итәсәгебеҙ билдәле булды. Шулай уҡ, 23 февраль һәм 8 март байрамдары нисек билдәләнәсәге асыҡланды.

Киләһе йылда ял көндәре тип иғлан ителә:

- 2018 йылдың 30 декабренән алып 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем;

-23 һәм 24 февраль;

- 8-нән 10 мартҡа тиклем;

-1-нән 5 майға тиклем;

-9-нан 12 майға тиклем;

-12 июнь;

-2-һенән 4 ноябрға тиклем.

Фото: Интернет.