Өфөлә олигарх-полиция хеҙмәткәре тотолған.

Эске эштәр министрлығында эшләүсе 36 йәшлек ир ришүәтселектә ғәйепләнә. Суд ҡарары менән уның мөлкәте тартып алынған. Полиция хеҙмәткәренең һәм уның яҡындарының Өфөләге - 7 һәм Ҡырымдағы өс фатирына, Өфө ҡалаһындағы, Өфө һәм Шишмә райондарындағы 5 йорто һәм коттеджына арест һалынған.

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы: «Тикшереү барышында 36 йәшлек полиция хеҙмәткәре һуңғы ваҡытта ул 20-нән ашыу күсемһеҙ милек һәм транспортҡа эйә булыуы асыҡлана. Дөйөм сумма уның законлы хеҙмәт хаҡына тура килмәй. Өҫтәүенә, полиция хеҙмәткәре бар мөлкәтен яҡындарына рәсмиләштергән. Әлеге ваҡытта документтар судҡа бирелгән.»

Автор: Азат Ғәлиуллин