Балалар тормош биҙәге

Тәбиғәт ҡосағында уйындар, татлы приздар, күңелле йырҙар. Мәсетле районында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй байрамы үтте. Сарала кескәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеләр, спорт ярыштары ойошторолдо.

Мәсетле районында мөмкинлектәре сикләнгән 95 бала иҫәпләнә. Өс йыл инде улар йыл һайын инвалидтар ойошмаһы тарафынан ойошторолған һабантуйға йыйыла. Байрамды малай-ҡыҙҙар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә көтөп ала.

Гөлнара Шәйхелисламова,балалар психологы: «Һабантуйҙа балалар өсөн махсус программа ойошторола. Улар бер-береһе менән аралаша, белем туплай, ғөмүмән, ыңғай тәҫьораттар кисерә. Был байрамда бала яңғыҙ түгел икәнен күрә ала.»

Һабантуй күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай, борсоған мәсьәләләр ҙә уртаға һалып һөйләшеп хәл ителә. Ата-әсәләр фекеренсә, районда физик кәмселеге булған балаларға иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә. Төбәктең төньяҡ-көнсығышында балалар дефектологы юҡ.

Оксана Азимова: «Балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн махсус ярҙам ала алмайбыҙ. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына дефектолог һорап хат яҙҙыҡ, әммә үтенес үтәлмәне.»

Әлегә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауаларға ата-әсәләр алыҫ ҡалаларға йөрөй. Күптәргә Өфө, Силәбе, Екатеринбург реабилитация үҙәктәренә йылына ете-һигеҙ барып урарға тура килә. Әлбиттә, юл хаҡы ла кеҫәгә һуға.

Наталья Бауэр: «Районда логопед, дефектолог булһа, балаларға массаж үҙәге асылһа, республикабыҙҙың тотош төньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә беҙҙә дауалана алыр ине.»

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында был өлкәлә эшләүсе белгестәр етмәүен билдәләй. Мәсьәләне ата-әсәләрҙең үҙҙәре өсөн асыласаҡ дефектолог курстары хәл итә ала тигән ышаныс бар. Был уҡыуҙар "Уңайлы мөхит" программаһына ярашлы ойоштороласаҡ.

Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: «Сентябрҙән декабргә тиклем йөҙҙән ашыу ата-әсәне бушлай уҡытыу ҡарала. Уларға реабилитолог сертификаты тапшырыласаҡ һәм артабан улар документ буйынса эшкә лә урынлаша ала.»

Ата-әсәләр билдәләүенсә, өс йыл элек Мәсетлелә беренсе тапҡыр үткән ошондай һабантуй үҙ һөҙөмтәһен бирә. Эшҡыуарҙар байрамды ойошторор өсөн аҙыҡ-түлек, балаларға бүләк әҙерләү меәнн ярҙам итә. Ә иң мөһиме, ауыр хәлдә булған ата-әсәләр осрашып бер-береһе менән аралаша.

Автор: Флорида Ким