Өфөлә йәшәүселәрҙе Эко-дәрескә саҡыралар

Нагаево ауылында нисек ябай ғәҙәттәр ғаилә бюджеты сығымдарын кәметә алыуы һәм тирә-яҡ мөхиткә файҙа килтереү хаҡында дәрес үтәсәк. Сара бөгөн,31 июлдә, үтә. Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Дәрес барышында нисек дүрт кешенән торған ғаилә бер йыл эсендә 80 000 һум тирәһе аҡсаны үҙендә ҡалдырыу мөмкинлеге хаҡында һөйләйәсәктәр. Бының өсөн бары тик бер нисә ябай ғәҙәттәрҙе башҡарыу кәрәк. Уға һыу һүндереү, магазиндарҙан пакеттар һатып алмау кеүек ғәҙәттәр инә.

Бынан тыш, сара барышында иҫке техниканы, электр ҡоролмаларын, батареяларҙы тапшырырға мөмкин. Эко-дәрес сиктәрендә мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Сара Совет урамы, 13/1 адресы буйынса 20:00 сәғәттә башлана.

Фото: Интернет