Өфөлә Сәскә байрамы ойоштороласаҡ

Ленин районында иң сағыу байрам үтәсәк. Унда Сәскә байрамы ойоштороласаҡ. Сарала һәр кем ҡатнаша ала.

Хәбәр итеүҙәренсә, 17 августта йәй миҙгеленең иң күркәм сараларының береһе-Сәскә байрамы үтәсәк. Байрам «Волна» скверында ойошторола.

Был юлы сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. Ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс программа көтә.