Башҡортостанға ҡош киҙеүе яҡынлаша

Әле йоғошло сир күрше Татарстан республикаһының 6 районында асыҡланған. Ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда ветеринария хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Күрше төбәктәр менән сиктәш райондарға махсус постар ҡуйылған

Инхәт Әсфәндиәров тауыҡ йомортҡалырына бүләк ҡабул иткәндәй һөйөнә. Көн һайын бер тиҫтәләп йыйыла. Уларҙы үҙҙәренән арттырып, табыш алыуға ла өлгәшә. Бынан тыш, Әсфәндиәровтар күпләп бройлер үҫтерә. Яҙғыһын һатып алғандарын һимертеп һуйып , икенсе партияһын ҡарайҙар. Ихата тулы ҡош-ҡорттоң күплегенә ғаилә башлығы себеште көҙ һанайҙар, тип йылмая.

Инхәт Әсфәндиәров, Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе: «Ҡарап торғаныбыҙ ҡош-ҡорт инде. Балаларға ебәрәбеҙ. Тик таныш сауҙа итеүселәрҙән һатып алам. Документтарын ҡарайым. Лизенциялары булыуы мотлаҡ. Сөнки ул себештәрҙе һимертеп, үҙебеҙ үк ашайбыҙ.»

Инхәт Әсфәндиәровтың ҡош-ҡорт алыуға яуаплы ҡарауын аңларға була. Ауыл урамдарында себештәр менән сауҙа итеүселәрҙең барыһы ла ветеринария күҙәтеүе үтмәй.. Был хәл йоғошло сирҙәрҙең таралыуына алып килә лә инде. Миҫалға ғына, күрше Татарстан республикаһы. Төбәккә ҡош киҙеүе рөхсәт ҡағыҙы булмаған ойошманан себештәр алыу арҡаһында таралған.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә күрше төбәктәр менән сиктәш райондарға махсус постар ҡуйылған. Мәҫәлән, Үрге Йәркәйҙән Татарстандың Аҡтаныш районына тиклем 20 саҡрым тирәһе. Хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә йөк машиналарын, тағылмалы автомобилдәрҙе туҡтата.

Ҡош киҙеүе Татарстандың алты районында теркәлгән. Әле төбәктең 14 ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙа 1 меңдән ашыу ҡош-ҡортто юҡ итергә тура килгән. Белгестәр әйтеүенсә, ҡош киҙеүе Башҡортостанда асыҡланмаған. Әммә зарарлы продукция Ишембай, Бәләбәй, Бүздәк кибеттәрендә табылған. Шунлыҡтан махсус рейдттар, тикшереүҙәр ойошторола. Махсус постар ҡош киҙеүенән тыш, африка тағуны, һыйыр малы дерматиты кеүек хәүефле сирҙәрҙә сик ҡуя.

Белгестәр ҡурҡыныс сир таралыуын кешеләрҙең иғтибарһыҙлығына бәйләй. Иҫкәртелгән, тимәк ҡоралланған, тигән маҡсатта халыҡ менән аңлатыу эштәре даими күнекмәләр аша алып барыла. Ҡош киҙеүенә ҡаршы сара быйыл Иглин, Благовар райондарында ойошторолдо.

Автор: Фәниә Юланова