Сифатлы юлдар

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" федераль программаһы сиктәрендә бөгөн Өфөнөң Черниковка биҫтәһе урамдарында капиталь ремонт башланды. Барлығы ҡаланың 52 урамын төҙөкләндереү планлаштырыла. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, асфальт юл бар талаптарға ярашлы һалына. Биш сантиметрҙан кәм дә, артыҡ та булмаҫҡа тейеш. Яңы юлдың тигеҙлеге лә бик мөһим. Асфальт түшәү буйынса оператор эште компьютер ярҙамында күҙәтә. Шуға ла ниндәй ҙә булһа тайпылыш күҙәтелмәй.

Өфөнөң Индустриаль шоссе урамында асфальт түшәү тамамлана. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" федераль программаһы буйынса юл ҡатламы бөтә урам буйынса яңыртылған. 4 километр юлға түшәү өсөн көнөнә 400 тоннаға яҡын асфальт тотонола. Ул яңы технология буйынса ике ҡат итеп һалына, дөйөм ҡалынлығы-10 cантиметр. Автомобиль юлынан тыш, киңлеге 3 метр булған яңы асфальт тротуарҙарға ла һалынасаҡ. Яңы технология менән һалынған асфальт оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Юлсыларҙың эшенән халыҡ та ҡәнәғәт.

Быйыл юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 19 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Иң ҙур юл төҙөлөшө һәм реконструкцияһы 19 cаҡрымда Мишкә -Иҫке Балтас юлында башҡарыла. Ҡариҙел ҡасабаһынан Өфө йылғаһы аша күпер һәм урау юл, Ҡариҙел -Таҫтүбә урау юлдары төҙөкләндерелә. Йыл аҙағына төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 930 километр юлдар норматив хәлгә еткереләсәк.