"Беренсе республика" тарихи фильмын төшөрөү аҙағына яҡынлаша.

Бөгөн картинаның сираттағы өҙөктәре төшөрөлдө. Был юлы ул үткән быуаттың 40-сы йылдарындағы ваҡиғалар кадрға инде.

Совет осороноң 40 йылдары. Зәйтүнә Бикбулатова ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабич. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күренекле сәнғәте әһеле фронтҡа агитбригада менән йөрөгән булған. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнаған шәхестәрҙең береһе. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарҙа ла, үҙ театрына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә хеҙмәт итә.

Иғтибар үҙәгендә ғөмүмән, Совет иленең тәүге республикаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим, яҙыусы, композиторҙар. Картинаны ысынбарлыҡҡа тап килтереү өсөн авторҙар бар көсөн һалырға тырышҡан. Геройҙарға оҡшаш актерҙар ҙа тапҡан. Гөлсөм Бикбулатова беренсе башҡорт актрисаһы Таңһылыу Рәшитова ролендә, ә Зиләрә Юлтаева Мәстүрә Әлмөхәмәтова образында. Ул Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормош иптәше.

Зиләрә Юлтаева, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы: «Миңә образым бик оҡшай, сөнки быға тиклем уйнаған бер героиняларыма ла ул оҡшамаған. Үҙ һүҙле ҡатын, халыҡ дошманы тип төрмәгә ултырталар, ә ирен үлтерәләр.»

"Беренсе республика" картинаһы тулы метражлы. Фильм уҙған быуаттың 20-се йылдарынан алып 50 йылдарға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Фильм "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Живая лента" кинокомпанияһы менән берлектә Булат Йосопов режиссерлығында төшөрөлә. Кинотаҫманың бюджеты 9 миллион һум тәшкил иткән. Фильм авторҙары әйтеүенсә, картина тамашасы хөкөмөнә киләһе йыл сыға.

Автор: Азат Ғәлиуллин