Иглин районының үҙәк район китапханаһында буласаҡ волонтерҙар өсөн семинар ойошторолдо

Ирекмәндәр йылы сиктәрендә Иглин районының үҙәк район китапханаһында буласаҡ волонтерҙар өсөн семинар ойошторолдо. Әүҙем тормош алып барған оло быуын вәкилдәре өсөн уҙғарылған сара, лото уйыны рәүешендә үтте. «Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары» темаһына арналған уйын барышында, оло йәштәге ҡатнашыусылар фотоһүрәттәр буйынса тау, күлдәрҙе, шифалы үҫемлектәрҙе танып белергә тейеш ине. Лото уйыны йыр-моңло осрашыуға әүерелде.

Екатерина Савельева, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, "Ватан тураһында өҫтәл уйындары" проекты етәксеһе: «Проект уңышлы үҫешә, бөгөнгө көнгә беҙ дүрт меңдән ашыу кешеләрҙе йәлеп итә алдыҡ. Улар араһында балалар һәм насар күреүсе өлкәндәр ҙә бар. "Башҡортостан Республикаһы" проекты буйынса барлығы 6 лото уйыны ойошторолдо.»

"Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары" тип аталған лото уйынында, Иглин районының әүҙем тормош алып барған 40 яҡын оло быуын вәкиле ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла "Көмөш волонтерҙар" рәтенә баҫырға әҙер. Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ҡандракүл һәм Яҡтыкүл, Торатау һәм Ирәмәл - Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарының тулы булмаған исемлеге. Уларҙы белеү, барып күреү генә етмәй, ә киләһе быуындар өсөн һаҡлау һәм ҡурсалау мөһим, ти сараны ойоштороусылар .