Башҡаланың Калинин районында һыу биреү ваҡытлыса туҡтатыласаҡ

Һыу биреүҙе туҡтатыу ремонт эштәренә бәйле. Шулай итеп, Черниковка-Гончарев урамдарындағы һыу селтәре һүндереләсәк.

Хәбәр итеүҙәренсә, 2 августта һыу биреү туҡтатыла. Иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт унға тиклем Гончаров урамы,19 һәм 21 адрестары һыу менән тәьмин ителмәйәсәк.

Урында йәшәүселәрҙе ваҡытлыса килеп тыуған ҡыйынлыҡтарға аңлы ҡарауҙары һорала. Өҫтәлмә һүндереүҙәр тураһында тағы ла хәбәр итьәсәктәр.

Фото: Интернет