Республикала еңел автомобиль водителе 29 йәшлек йәйәүлене тапай

Иглин районында ВАЗ-2114 водителе йәйәүлене бәрҙерә. Алынған йәрәхәттәрҙән, зыян күреүсе ваҡиға урынында һәләк була.

Хәбәр итеүҙәренсә, Иглин ҡасабаһы юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Еңел автомобль руле артында 26 йәшлек егет ултыра. Зыян күреүсе, тиҙ ярҙам машинаһы килмәҫ борон, вафат була.

Водитель һүҙҙәренсә, ҡаршы килгән автомобиль фарҙары сәбәпле, йәйәүлене күрмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.