Өфөлә кимереүселәргә ҡаршы миҙгел-ара эшкәртеү үтә

Совет районында аҙна дауамында кимереүселәргә ҡаршы миҙгел-ара эшкәртеү үтә. Профилактик сара 13 сентябрҙән алып 20 сентябргә тиклем ойошторола.

Хәбәр итеүҙәренсә, профилактик эштәр Өфөнөң «Республика дезинфекция үҙәге» тарафынан башҡарыласаҡ. Дератизация, шулай уҡ, Якутов исемендәге паркта ла үтәсәк.

Кимереүселәргә ҡаршы эшкәртеү яҙғыһында башҡарылғайны. Ул ваҡытта махсус дезинфекция саралары ҡулланыла.

Фото: Интернет