Өфөлә йәшәүселәрҙе төрлө милләт аш-һыу оҫталығы фестиваленә саҡыралар

Йәкшәмбе, 5 августта, башҡалала төрлө милләт аш-һыуы буйынса фестиваль уҙа. Аш-һыу оҫталығы сараһы «МИР» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә үтә.

Урында йәшәүселәрҙе Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт кешеләре үҙ аш-һыын тәҡдим итәсәк. Аш-һыу оҫталары Таджикистан, Үзбәкстан, Япония, Төркиә, Германия, Грузия, Англия һәм башҡа илдәрҙән сығыш яһаясаҡ. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн башҡаланың ун дүрт ресторан һәм кафеһы ғариза биргән, тип хәбәр итә Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

Сара сиктәрендә «Via Chappa» төркөмө һәм Freedom Big Band оркестры ҡатнашлығында конйерт ойоштороласаҡ. Фестиваль көндөҙгө сәғәт берҙә башлана. .