Баш ҡалала маршрут автобусын атҡылағандар.

Был ваҡытта салонда пассажирҙар ҙа була. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Пневматик ҡорал тәҙрәләрҙе тишкеләгән.

Ғәҙәттән тыш хәл "Өфө" универмагы туҡталышында теркәлде. Асыҡланыуынса, был һөжүм алдан уҡ уйланып эшләнгән. Пассажир сифатында билдәһеҙ кешеләр автобусты һәм водителде фотоға төшөрөп йөрөгән. Транспорт сараһы "Яндекс.автобус" сервисына эшләгән. Әле ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.

Был осраҡ интернет сервисының транспортына тәүге һөжүм түгел. Быға тиклем дә бер автобусҡа ут төркәйнеләр. Водителдәр әйтеүенсә, хаҡтар башҡалар менән сағыштырғанда күпкә түбән булған өсөн бындай янауҙар йыш була.

Автор: Айнур Кәбиров