Хаж ғәмәлен көткәндә...

Башҡортостанда йөҙгә яҡын кеше икенсе йыл хаж ғәмәлен көтә. Изге сәфәр өсөн тейешле күләмдә аҡсалары ла түләнгән. Бөтәһенә лә квоталар бүлеүҙә сикләүҙәр сәбәпсе. Хажға йыйыныусыларға дата һәм самолеттың осоу ваҡыты ла билдәһеҙ.

Әлфиә Янбай ҡыҙы Дәүләтшина үткән йыл хаж ғәмәлен ҡылырға ниәт итә. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ханым изге сәфәр өсөн сығымдарҙы ла яңғыҙы хәләл аҡсаһына йыйыған. Икенсе йыл хаж ғәмәлен көтә. Тик ҡасан юлланыры ғына билдәһеҙ.

Хаж ғәмәле тотҡарланыусылар араһында иң өлкәне Сибай ҡалаһынан. Һикһәнде артылған Сания Хөснөтдинова Сәғүд Ғәрәбстанында өс тапҡыр хажда була. Тик дүртенсеһендә изге ғәмәлен үтәү теләге тормошҡа ашмай. Икенсе йыл яуаплы сәфәрҙе көтөп арыған ханым, инде теләгенән дә кире ҡайтҡан.

Хаж ғәмәлен ҡылырға дәғүә итеүселәр ике төркөмгә бүленгән. Берәүҙәр мәғлүмәт саралары менән аралашыуҙан бөтөнләй баш тарта, бөтәһен дә Хоҙайға тапшыра, ә икенселәр шымып ҡалырға теләмәй.

Виза рәсмиләштерелмәүе хаҡында ҡайһы бер туристар самолетҡа ултырыр алдынан ғына белә. Хаж ғәмәле улар өсөн аэропортта тамамлана. "Уралсервис" туроператоры халыҡҡа тормошҡа ашмаған хаж ғәмәле өсөн аҡсаларҙы кире ҡайтарырға, йә булмаһа сәфәрҙе икенсе ваҡытҡа кисектереп торорға кәңәш итә. Диндарҙарҙың күпселек өлөшө икенсе тәҡдимде һайлаған. Әммә был бәхәскә тағы ла бер мәсьәлә - квоталар етмәүе өҫтәлә.

Илшат хәҙрәт белдереүенсә, ул бер-нисә тапҡыр быйылғы хаж ғәмәлен үтәүселәргә квота юллап Мәскәүгә бара. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Өҫтәүенә, Башҡортостан туристарының сит ил паспорттары ла ғәйеп була. Һуңынан рәсми документтарҙың Ҡазан тәфтишселәрендә икәнлеге асыҡлана. Полиция хеҙмәте "Урал-Сервис" туроператорынан документтарҙы тартып ала. Дөйөм төркөмдә беҙҙән хажға барырға теләк белдереүсе 80 кешенең сит ил паспорты. Бөгөн, ниһайәт оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, тәфтишселәр Өфөгә килде. Хаж бүлегендә паспорттар иртәгәнән мәскәүгә виза алырға ебәреләсәк тип белдерҙеләр. Мәккәгә тәүге рейстар 5 авгусҡа планлаштырыла. Башҡортостандан мосафирҙарҙың һуңғы мөҙҙәте13 августа. Яр Саллы ҡалаһы "Хаджфонд" туркомпанияһы клиенттары ла шундай уҡ икеле хәлдә ҡалған. Башҡортостандан 100 кеше хаж үтәр өсөн аҡса түләгән. Тик был турфирманың Сәғүд Ғәрәбстанына квотаһы булмаған. Һөҙөмтәлә Өфөнән 20 кеше был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн Киров районы полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән.

Был исемлектәге утыҙлап кеше үҙҙәрен бөтәһе лә алданған хаж ҡылыусылар иҫәбенә индерә. Улар Федерация рәйесенең хаж эштәре буйынса урынбаҫары Иляс Умахановҡа квоталар бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ошондай уҡ хат Рәсәй Президенты Владимир Путинға ла ебәреләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова