Өфө районының Авдон ауылында йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла.

Ул биш йылға иҫәпләнгән инвестиция программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Яуаплы компания хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, торбаларҙы алмаштырыу көн талабы. Сөнки иҫкергән йылылыҡ селтәрҙәре арҡаһында авариялар сығыуы ихтимал. Төҙөкләндереүҙә заманса технологиялар ҡулланыла. Торбалар йылылыҡты үткәрмәүсе пенополиуретан менән уратыла. Был материал ныҡлығы менән айырыла, торбалар ун йылға тиклем оҙағыраҡ хеҙмәт итә.

Әйткәндәй, республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Авдон ауылында ҡаҙанлыҡта капиталь ремонт эштәре үтә. Шуға ла йылылыҡ, эҫе һыу менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Тик йәйге көндәрҙә генә аҙна-ун көнгә планға ярашлы һүндерелә. Эш автоматлаштырылған.

Автор: Азат Ғәлиуллин