Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!

Йылайыр ҡасабаһында шәхси секторҙа газ үткәреү эштәре бара. Газ трассаһын һуҙыу йылдам башҡарыла. Проект буйынса, уны хеҙмәтләндереү ҡиммәт булмаһын өсөн газ үткәргес ер аҫтынан һалына. Яңы газ магистраленең оҙонлоғо 8 саҡрым. Ауылдың зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылыуы халыҡтың йәшәү кимәлен дә күтәрәсәк.

Салауат Амантаев, Йылайыр районы хакимиәтенең баш архитекторы: «Проект буйынса беҙҙең Йылайыр ҡасабаһында газ үткәреү эштәре бара. Проектҡа ярашлы рәүештә газ ер аҫтынан үткәрелә »

Автор: Гүзәл Борханова