Хәүефле газ колонкаһы

Ә бына Өфө үҙәгендә зәңгәр яғыулыҡҡа бәйле фатирҙа янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, сәбәбе газ колонкаһына барып тоташа. Ҡорамал газ компанияларының рәсми вәкилдәренән алынған. Ваҡиғаға бәйле дәлилдәрҙе беҙҙең ижади төркөм асыҡларға тырышты.

Фатир хужаһы шаңҡып ҡалғандай була. Ике аҙна алда һатып алынған һәм ҡуйылған өр-яңы ҡорамал фатирҙы көл-күмергә әйләндерә яҙған. Торлаҡҡа эшләнгән ремонттың да хәҙер кәрәге юҡ. Ярай, күршеләр ваҡытында ярҙам саҡырған.

Шамил Хирамагомедов, зыян күреүсе: «Аллаға шөкөр, өйҙә булманыҡ. Улайһа, эҙемтәләре ҡурҡынысыраҡ та булыуы ихтимал ине. Етештереүселәргә шунда уҡ мөрәжәғәт иттем. Килеп тикшерҙеләр, тик әлегә ҡорамалды алыштырырға ашыҡмайҙар. Мин компенсация көтәм. Кире осраҡта, судҡа ғариза яҙасаҡмын.»

Газ колонкаһы крандағы һыуыҡ һыуҙы йылытырға тәғәйенләнгән. Ул батарея ярҙамында эшләй һәм һыу аҡҡан ваҡытта ғына тоҡана. Бөтөнләй аңлашылмай, янғын нисек килеп сыҡҡа н- һыу,газ, электр уты һүндерелгән ине, тип белдерә фатир хужаһы. Янған ҡорамал "Электролюкс" компанияһында сығарылған, ҡулланыуға индереүселәре - урындағы "ПромГазСервис" ойошмаһы.

Газ ҡорамалдарын ҡуйыу -яуаплы эш. Шуға ла уны барлыҡ рөхсәт ҡағыҙҙары булған һәм рәсми хеҙмәтләндереү алып барған компанияға ғына ышанып тапшырыу зарур. Башҡортостанда "ГазПром" акционерҙар йәмғиәте был эште рәсми алып барған берҙән-бер ойошма иҫәпләнә.

Салауат Фәриҙунов, "Өфө газпром газ тәғәйенләү" акционерҙар йәмғиәте баш инженеры: «Беҙҙең белгестәр газ индереү һәм ҡорамалдар ҡуйыу эшен баштан аҙағынаса алып бара һәм даими хеҙмәтләндерә. Шуға ла хәүефлһеҙлек тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Нормаларға ярашлы, газға тоташыу алдынан мотлаҡ рәүештә төтөн юлын һәм елләтеү каналдарҙы тикшерергә кәрәк. Шулай уҡ техник хеҙмәтләндереү һәм газ менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөлөргә тейеш. Һуңғы арала күбәйеп киткән бер көнлөк компаниялар мөһим шарттарҙы үтәмәүе лә ихтимал.»

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр ҡабатланып тора. Кем ғәйепле, ҡорамалды эшләп сығарыусылармы, әллә уны ҡуйыусылармы? Һорауҙар күп, әммә әлеге хәл етди тикшереү талап итә. Газ колонкаһы янып китеүенең төп сәбәбе махсус экспертизанан һуң асыҡланасаҡ.

Автор: Лилиә Әһлиуллина