Ныҡлы ғаилә ил терәге.

Мәсетле районы "Рассвет" ауылында Дәүләтшиндар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың дүртеһен балалар йортонан тәрбиәгә алғандар.

Дәүләтшиндар йортонда тормош ҡайнап тора. Ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһендә әсәләренә ярҙамлаша, малайҙар аталары менән машина йүнәтә, мал-тыуар ҡараша. Ғаилә менән яҡындан таныш булмаһаң, өйҙәге сабыйҙар балалар йортонан тәрбиәгә алынғанын һиҙмәҫкә лә мөмкин. Бәләкәй генә дәүләт булып йәшәгән татыу ғаилә ағзалары бер-береһен хөрмәт итә, йорт мәшәҡәттәреен күмәкләп башҡара.

Биш йыл элек кенә Дәүләтшиндар балалар йортона артыҡ иғтибар итмәй, сабый алып тәрбиәләү тураһында бөтөнләй һүҙ ҙә йөрөтмәй. Ғаилә үҙҙәренең улдарын үҫтереп оло тормош юлына баҫтыра.

Тәрбиәгә алынған Диана янына иптәшкә ике ағаһы менән Таңсулпан килә. Дәүләтшиндарҙың ҡыҙҙы туғандарынан айырырға рухи көсө етмәй. Ата-әсәй ҙә, малайҙар ҙа бер-береһенә тиҙ арала өйрәнеп, бергә йәшәргә тигән ҡарарға килә.

Лилиә менән Альфред Дәүләтшиндар иңгә-иң терәп утыҙ йыл бергә ғүмер итә. Бөгөнгө улар балалар сит булмай тигән девизға таянып йәшәй. Ғаиләнең төп маҡсаты - илһөйәр балаларҙы кеше итеп аяҡ баҫтырыу.

Автор: Флорида Ким