Өфөлә «Ибраһимов бульвары»туҡталышын күсерәсәктәр

Билдәле булыуынса, тиҙҙән туҡталыш күсереләсәк. 15 августтан ул Ленин урамы,69-сы йорт алдында урынлашасаҡ. Әле туҡталыш Ленин урамы, 81 адресы буйынса.

Туҡталыш 2019 йылдың 31 майына тиклем күсерелергә тейеш. Был «Дом Самоделкина» бинаһын төҙөкләндереүгә бәйле. Йорт 1913 йылда төҙөлгән һәм «Жилстройинвест» төҙөлөш компанияһы биләмәһенә инә.

Төҙөү компанияһы объектты үҙ иҫәбенә төҙөкләндерәсәк. Уның архитектур элементтары һаҡланасаҡ. Объектты 2019 йылда тапшырыу күҙаллана.

Фото: Интернет