Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре оло йәштәге ҡатынды ут эсенән алып сыға

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре оло йәштәге ҡатынды уттан ҡотҡара. 19 июлдә Туймазыла янғын сыға.Бәхеткә, уның янынан полиция хеҙмәткәре үтеп китеп барған була.

Янған йортто күреп,полиция хеҙмәткәре урамға инә һәм тәҙрә аша йорт эсен ҡарай. Унда бер кем дә булмаған кеүек тойола. Тик күршеләре, йортта оло йәштәге ҡатындың барлығы хаҡында белдерә. Өлкән лейтенант Игорь Ифраимов тәҙрәне яра һәм ярҙам һорап ҡысҡырған тауыш ишетә. Ир ҡатынды алып сыҡҡан ваҡытта, йорт тулыһынса ут менән ялмап алына.

Урында йәшәүсе ҡатын дауахананан сыҡҡан һәм өйҙә дауалау курстары үтә. Полиция хеҙмәткәре йорт янынан үтеп бармаған булһа, янғын оло фажиғә менән тамамланыр ине. Герой үҙе биш йыл контракт буйынса хеҙмәт иткән, һуңғы өс йылда полицияла участковый булып эшләй.

Фото: Туймазинский вестник.