Иртәгә республикала 31 градусҡаса эҫетәсәк

Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, иртәгә, 3 августта болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Шулай уҡ, күк күкрәү көтөлә. Һауа температураһы төндә ун алты градус йылы, төньяҡ райондарҙа биш градусҡаса һалҡынайтасаҡ. Көндөҙ 31 градусҡаса эҫетәсәк.

Башҡалала көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Һауа температураһы төндә+ 15 градус, көндөҙ утыҙ градуслы эҫе көтә.

Фото: Интернет.