Өфөлә йәшәүсе ир хәрби комиссариат хеҙмәткәренә ришүәт бирергә тырышҡаны өсөн яуап бирәсәк

Өфөнөң Киров районы прокуратураһы 21 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарарын раҫланы. Йәш егет ришүәтселектә аралашсы булып ғәйепләнә.

Төбәк прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың апрель айында хеҙмәткә саҡырылыусы, әрмегә бармау маҡсатында, мәғлүмәт алырға телефон аша шылтырата. Осрашҡан ваҡытта Өфөлә йәшәүсе егет аралашсыға 170 мең һум аҡса тапшырасағын белдерә. Аралашсы һүҙҙәренсә, ул был сумманы хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә бирергә күҙаллаған.

Аҡса алғандан һуң, ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.