Сәйер юғалыу

Өфөләге төҙөлөш барған йорт балконы ҡыйығында табылған ҡыҙҙың тәнендә төрлө йәрәхәттәр барлығы асыҡланған.

Медицина анализдары тиҙҙән әҙер буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вероника Өфөлә 31 июлдә юғалғайны. Сәйер шарттарҙа ул күп ҡатлы йорт балконы ҡыйығында табылды. Сабыйға медицина тикшереүе үткәрелгән.

Анастасия Хлопина, Верониканың әсәһе: «Ҡыҙым ғәҙәттәгесә уйнай, үҙен яҡшы тоя. Тик хәҙер сит кешеләр менән аралашҡанда йомоҡ, шикләнеп ҡарай. Дауаханала табиптарҙың һорауына яуап бирмәй, үҙен бөтөнләй икенсе тота.»

Атаһы әйтеүенсә, ҡыҙ юғалған көндә ул улы менән ҡыҙын төҙөлөшкә үҙе менән бергә эшкә алып барған. Ҡайтыр саҡта бер-нисә минут эсендә сабый юҡҡа сыҡҡан. Уны төҙөлөш барған бина буйлап эҙләгәндәр, әммә бер ҡайҙа ла бала табылмаған.. Атаһы башта уны үҙаллы эҙләргә тырыша, әммә һөҙөмтә булмағас, хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итә. Юғалған сабыйҙы утыҙлап кеше эҙләгән. Кинолог эттәр бишенсе ҡаттан юғарыға күтәрелмәй. гел аҫҡа таба төшкән. Иртәгәһенә иртән 14 -се ҡат балконы ҡыйығында илап ултырған ҡыҙҙы төҙөүселәрҙең береһе күреп ҡала.

Владимир Дмитриев, Верониканың атаһы: «Ул кистә участка етәксеһе килгәс, мин 5-се ҡатҡа менеп киттем, балалар 4-селә ҡалды. Нисә минут үткәндер, улым миңә кеҫә телефонын бирергә менгәндә, Вероника һинең яныңдамы тип һораны. Эҙләй башланыҡ, ҡысҡырып саҡырҙыҡ, табылманы. Ә ҡыйыҡҡа менгән ерҙәге люк йоҙаҡҡа бикле ине. Уға берәй инъекция ҡаҙағандармы, нимә эшләткәндәрҙер әлегә билдәһеҙ...»

Осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү алып бара. Сабыйҙың балкон ҡыйығына нисек барып эләгеүе сәйер булһа, икенсеһе, ни өсөн төҙөлөш барған объектҡа атаһы балаларҙы алып барған? Хеҙмәт урынындағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе һорау тыуҙыра.

Автор: Рәмилә Исмәғилова