Ҡош киҙеүе Башҡортостан сигендә.

Хәүефле йоғошло ауырыуҙарҙы республика биләмәһендә таралыуын иҫкәртеү юлдары бөгөн Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә үткән ведомство-ара комиссия ултырышында тикшерелде.

Ҡош киҙеүенән тыш әле африка тағуны, бешмә ауырыуҙары менән хәл киҫкен ҡала. Был вирустар Башҡортостанда таралмаһын өсөн федераль постарҙа ветеринар пункттар ҡуйылған. Малсылыҡ продукцияһы етди тикшереүгә алына. Йыл башынан Рәсәйҙең 12 төбәгендә 28 инфекция сығанағы һәм 42 объектта африка тағуны ауырыуы теркәлгән. Әле ҡош киҙеүе Һамар, Пенза, Курск, Ростов, Түбәнге Новгород, Смоленск, Ульяновск өлкәләрендә, Сыуаш республикаһы менәнТатарстанда асыҡланған. Йоғошло инфекция теркәлгән урындарҙа карантин иғлан ителгән. Ултырышта хәүефле сирҙәрҙе республикаға индермәү юлдарын көсәйтеү кәрәклеге билдәләнде.

Автор: Фәниә Юланова