Ҡоролоҡ зыян килтерә

Хәйбулла районындағы сәсеүлек майҙандарының яртыһы ҡоролоҡтан зыян күргән. Хужалыҡтар өсөн был ҙур матди юғалтыу.

Ике ай дауамында төбәктең бер нисә ауыл биләмәһендә яуым-төшөм булмай, һауа температураһы 35 градустан да юғарыраҡ күтәрелгән осраҡтар теркәлә. Һөҙөмтәлә ауыл эшсәндәренең хеҙмәте, сәсеү кампанияһына һалынған финанстар юҡҡа сыға. Арпа урынына хәҙер ҡоро һалам ғына. Эҫе селлә "Һамар" ауыл хужалығы предприятиеһын да яҡынса 700 гектар майҙанды уңышһыҙ ҡалдыра. Хужалыҡ етәксеһе Василий Расщупкин әйтеүенсә, ҡоролоҡҡа етен генә бирешмәгән.

Василий Расщупкин, хужалыҡ етәксеһе: «Шулай ҙа урып-йыйыу эштәрен башланыҡ, орлоҡҡа булһа ла уңыш булыр тип өмөтләнәбеҙ. Комбайндар әле баҫыуҙа эшләй. Яғыулыҡ, пай ерҙәре өсөн дә түләргә кәрәк. Юғалтыуҙар ҙур. Дәүләт ярҙамы булырына ышанабыҙ.»

Һуңғы тапҡыр ҡоролоҡ 2010 йылда теркәлгән була. Райондың ауыл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә климатик шарттарҙан баҫыуға килтерелгән зыян күләме 180 миллион һум тирәһе.

Илдар Бикмөхәмәтов, Хәйбулла районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы: «19 июндән һауа температураһы утыҙ градусҡа күтәрелде. Метеостанция күҙәтеүҙәре буйынса, утыҙ көн дауамында 25 градустан юғары эҫе булды.»

Автор: Гөлназ Хәйбуллина