Башҡортостанда ғилми эшмәкәрлеккә 33,5 млн һум күләмендә аҡса бүленәсәк

2018 йылда дәүләт ҡаҙнаһынан ғилми эшмәкәрлеккә 33,5 млн һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Был ярҙам республика Фәндәр Академияһының ғилми эштәренә йүнәлтеләсәк. Барлығы 22 ғилми проект күҙалланған.

Был ҡарарға республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуя. Указ төбәктең хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылып сыға.Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, яңы проекттарҙы практикала ҡулланыу ҙа өҫтөнлөк итә.

Әгәрҙә ҡуйылған маҡсаттар аҡланмаһа, Фәндәр Академияһы сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарырға бурыслы. Бер миллион һум күләмендәге аҡса яңы ашламаны уйлап сығарыуға, 800 мең һум республикала нефть-газ өлкәһе үҫешен өйрәнеүгә йүнәлтәсәктәр.

Фото: Интернет.