Балауыҙ һындар тарих һөйләй

Башҡортостан Милли музейында Санкт-Петербургтан балауыҙ һындар күргәҙмәһе асылды. Экспозиция Өфөлә 9 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Республика төбәктәренән килгән малайҙарға күргәҙмәлә бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Улар яратып өлгөргән Джек-Воробей, кеше-үрмәксе, икенсе йыһан ҡунаҡтары, ҡыҫҡаһы, бындағы экспонаттар менән фотоға төшөргә, экскурсия үткәреүсенән һәр геройҙың тарихын хаҡында белешмә алырға була.

Был күргәҙмәлә 44 экспонат ҡуйылған. Улар ауыр иреүсе балауыҙҙан ҡойолған. Ә әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары фибро композитив материалдан ижад һынландырылған. Санкт-Петербург балауыҙ һындар музейында бөтәһе 4000 ашыу экспонат бар. Рәсәй һәм донъя илдәре буйлап 80 ашыу күргәҙмәләре эшләй.

Балауыҙ һындар араһында иң күркәм һын -Петр беренсе батшаныҡы. Уның күҙҙәре лә ысын күҙҙәр кеүек. Медицина протезынан эшләнелгән. Буйы ике метр ете сантиметр. Әммә һөйәктәре бик нескә һәм аятары ла кәүҙәһенә ҡарата бик бәләкәй була.Әммә батша һынлы батшаны халыҡ араһында мөһабәт һәм матур итеп күрһәтеү өсөн яурындар киңәйтелә, аяҡ кейеменә өҫтәмә күтәрмәләр ҙә ҡуйыла.

Балауыҙ һындар музейы батша Петр беренсе шәхесе менән бәйле. Рәсәй батшаһына бүләккә Белгия оҫталары уның балауыҙҙан эшләнгән бюстын бүләк итә. Батша был бүләкте бик оҡшата һәм Амстердамға был һөнәрҙе үҙләштерер өсөн оҫталар ебәрә. Петр беренсе дәүеренән 1917 йылға тиклем күргәҙмә бик уңышлы эшләй. Әммә революциянан һуң был эш һүнеп ҡала. Күп кенә экспонаттар юҡҡа сыға. Иҫән ҡалғандары эрмитажға, кунсткамераға ҡуйыла. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында балауыҙ һындар музейы яңынан тергеҙелә. Төньяҡ баш ҡаланың балауыҙ һындар оҫталары эштәре менән хәҙер бөтә донъя кешеләре таныша ала.

Марат Зөлҡәрнәев, Башҡортостан республикаһы милли музейы директоры: «Балалар һәм ғаилә менән килеп ҡарау өсөн бик яҡшы күргәҙмә. Бында беҙ төрлө персонаждарҙың, тарихи шәхестәрҙең, балалар яратып ҡараған йәнһүрәт геройҙарының балауыҙ һындарын күрә алабыҙ.»

Сағыу һәм ҡабатланмаҫ геройҙарҙан тупланған экспозицияға ғаилә менән килергә мөмкин. Балауыҙ һындар күргәҙмәһе 9 сентябргә тиклем эшләй.

Автор: Гүзәл Борханова