Башҡортостандағы "Заря" хәрби-тарихи лагеры үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу маҡсатын алған

Башҡортостанда "Заря" хәрби-тарихи лагерының маҡсаты социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу.

Бер сменала 120 уҡыусы, улар Өфө райондарынан йыйылған. Үҫмерҙәр менән психологтар, тәрбиәселәр эшләй. Егеттәрҙең холҡон яҡшы яҡҡа төҙәтеү өсөн һәр көнгә бай программа әҙерләнгән. Лагерҙың төп бурысы ла үҫеп килеүсе быуынды тарихи-патриотик яҡтан тәрбиәләү, уларҙы хәрби әҙерлеккә өйрәтеү. Илеш районында урынлашҡан лагерға "Мәргән уҡсы" хәрәкәте ағзалары ла килде. Улар үҫмерҙәрҙе боронғо ҡорал менән таныштырып, уҡ-ян менән эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәтте. Егеттәр оҫталыҡ дәрестәре алып, мәргәнлектәрен һынаны.

Юлай Ғәлиуллин "Мәргән уҡсы" хәрәкәтен ойоштороусы: «Хәрби тарих менән таныштырып үтеү маҡсаты менән килдек. Шуға ла уларға ҡыҙыҡлы итеп һөйләргә тырышабыҙ. Уларҙың үҙҙәренең ҡарашы үҙгәрер, тормошта маҡсаттары барлыҡҡа килер, тигән ышаныс менән килдек.»

"Заря" лагеры республикала икенсе йыл эшләй. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, егеттәр сафта йөрөп, физик күнекмәләр эшләп, үҙ-ара аралашып, йәмғиәткә тиҙерәк яраҡлаша. Мәҫәлән, былтырғы сменала ял иткән үҫмерҙәрҙең күптәре кадет кластарына алынған.

Динар Хоҙайбирҙин, "Заря" хәрби-тарихи лагеры етәксеһе: «Мин уйлайым уларға бында оҡшай тип. Сөнки бындай бай программа бөтә лагерҙарҙа ла ойошторолмай. Улар бер смена эсендә дуҫлашып, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнде.»