Өфөнөң Дим районында 18 августта 18 ғаилә законлы никахҡа инәсәк

Ағымдағы йылда никахҡа инеүҙең матур көнө тип 18 август һанала.Дим районында был көндө 18 пар никах теркәйәсәк .

Башлыса, йәштәр июль-август айҙарында өйләнешә. Быйыл, 18.08.2018 датаһы никах ҡороусолар өсөн популяр көн. Датала өс һигеҙ һаны булыуы йәлеп итә.

Бынан тыш, көн шәмбегә тура килә.

Фото: Интернет