Өфөлә сираттағы хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтәсәк

Башҡалала йәнә хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтәсәк. Йәрминкә 9 августта ойошторола.

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге йәрминкә ойоштора. Был юлы табип, шәфкәт туташы, администратор, менеджер кеүек хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк.

Сарала белгестәрҙән кәңәш алыу мөмкинлеге буласаҡ. Йәрминкә Ибрагимов бульвары, 47/1 адресы буйынса 10:00-12:00 сәғәттә үтә.

Фото: Интернет