Өфөлә Карьер урамында транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнә

Бер аҙнаға Карьер урамында транспорт сараларына хәрәкәт итеү сикләнә. Был ағас ҡырҡыу эшенә бәйле.

6 августтан алып 12 августҡа тиклем ағастарҙы ҡырҡыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Был юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнә.

Иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт бишкә тиклем сикләү индерелә.Урында йәшәүселәрҙе алдан үҙ маршруттарын хәстәрләүе мөһим.