Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән һәм һирәк осраған йәки орфан ауырыуҙар менән яфаланған граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Апрелдә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында бер меңләп кеше йәшәү өсөн мөһим препараттарҙы алыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы хаҡында белдергәйне. Ташламалы дарыуҙар буйынса етешһеҙлекте хәл итергә төбәк башлығы тарафынан сығарылған күрһәтмәләр ярҙам итте.

Йыл башында республикала халыҡты ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү эштәре бик ҡатмарлы ине. Йөҙәрләгән кеше хаҡлы рәүештә дәүләт тарафынан бүленгән дарыуҙарҙы ваҡытында ала алмай интекте. Етди тикшеренеүҙәрҙән һуң һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе яуапһыҙ хеҙмәткәрҙәр эш урынынан бушатыла һәм дауаланыусылар өсөн бюджеттан күберәк һалымдар бүленә.

Рафаэль Яппаров, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары: «Мәсьәләне хәл итеү буйынса етди эш алып барылды. Апрелдән алып ай һайын тотҡарланған дарыуҙар иҫәбе ике йөҙ иллегә кәмей. Бындай күрһәткестәрҙе киләсәктә лә тота алырбыҙ тип ышанабыҙ. Бының өсөн 300 миллион һум аҡса бүленде, был иҫәпкә орфан ауырыуҙары менән сирләгәндәр ҙә инә.»

Граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүҙәге етешһеҙлекте автоматлаштырылған махсус программа яйға һаласаҡ. Яңы система пациентты иҫәпкә ҡуйыуҙан алып ташламалы препарат менән тәьмин иткәнгә тиклем күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Дарыуҙарҙы дәүләт дарыуханаларында рецепт буйынса айырым тәҙрәләрҙә алырға мөмкин. Улар иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске етегә тиклем эшләй. Шулай уҡ, тәбәк халҡы нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн республика медицина-генетика үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Бында иртә ДНК-диагностикаһын үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Һирәк осрай торған ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны ай һайын арта бара. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда орфан ауырыуҙарынан дауаланыусылар 28%-ҡа күбәйгән. Һуңғы ваҡытта уларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора ине, әммә төбәктә был проблема тулыһынса хәл ителде.

Автор: Флорида Ким