Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүселәр хөрмәтенә һәйкәл асылды

Әбйәлил районы үҙәгендә Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүселәр хөрмәтенә һәйкәл асылды. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған тантанаға Әбйәлил районының афған ветерандары һәм десантсыларынан тыш, Сибай, Магнитогорск ҡалалары һәм Белорет, Хәйбулла, Бөрйән райондары вәкилдәре лә махсус саҡырылды.

Һәйкәл афған һуғышы ветерандары башланғысында сафҡа инде. Әбйәлил районынан Афғанстанда интернациональ бурысын 152 һалдат һәм офицер үтәй. Уларҙың дүртеһе "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта төбәктә 92 ветеран йәшәй. Күптәре төрлө ойошма-предприятиеларҙа эшләп кенә ҡалмай, район-ауылдарҙа әүҙем йәмәғәт тормошон да алып бара.

Автор: Азат Ғәлиуллин