Тамбурлы биҙәктәр

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап. Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тамбурлы сигеү серҙәрен өйрәнә. Өйрәнеп кенә ҡалмай, уны башҡорт милли күлдәктәренә һалып, сәхнәгә сығара. "Ҡомартҡы" тамбурлы сигеү коллективы шулай уҡ муйынсаҡ, ҡашмау эшләй.

Етмеште уҙһалар ҙа, подиумда йәш ҡыҙҙарҙан ҡалышмай ышаныслы, дәртле баҫалар. Башҡорт кейеме үҙе ни тора, тамбурлы биҙәктәр күлдәкте тағы ла матурыраҡ итеп күрһәтә. Һандыҡ төбөндәге өлгөләрҙе йәштәр ҙә заманса, көндәлек кейемдәргә һалырға тырышҡан. Яңы Мишәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары концерттарҙа үҙҙәре биҙәгән сәхнә кейемдәрендә сығыш яһай.

Ижади коллектив шулай уҡ боронғо йолаларҙы сәхнәләштерә. Килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү. Бейеп арығас, ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эшенә тотона. Быға гүзәл заттарҙың талапсан остаздары ярҙамға килә. Ауыл ағинәйҙәре аҙна һайын йәштәрҙе тамбурлы сигеү серҙәренә төшөндөрә.

Сажиҙә Ханова, Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе: «Мин инәйемдән өйрәндем. Иң беренсе теләк кәрәк, талант кәрәк. Сабырлыҡ. Әгәр ҙә был сифаттар булмаһа ла эшләйп, сигеп булмай ул. Ырғытаһың да ҡуяһың.»

Рәтифә Ғарипова, Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе: «Күлдәктәрҙе үҙемдең йәштәштәремә тегеп бирә инем. Хаҡы ла ҡыйбат түгел инде, илле тин. Шул аҡсаларҙы йыям да, материал алып, яңы күлдәк тегәм үҙемә. Ә күлдәкте нисек тегәмме? Киноға барам да, ундағы актерҙарҙың күлдәктәрен күреп ҡайтып, тегә инем. Төнө буйы ултырып. »

Ҡашмау, муйынсаҡ, түшелдерек, тамбурлы алъяпҡыстар. "Ҡомартҡы" коллективының эштәрен һанап бөтөрлөк түгел. Береһенән-береһе матур, үҙенсәлекле, ошо төбәккә генә хас биҙәктәр - үҙе бер ҙур күргәҙмәне хасил итә.

Эльвира Латипова, Яңы Мишәр ауылы клубы мөдире: «Йыйылыштыҡ та, әйҙәгеҙ, күлдәктәребеҙ айырылып торһон, тип кәңәшләштек. Ауылдың оҫталарын саҡырттыҡ, хәҙер һәр беребеҙ тамбурлы сигеүгә оҫтарҙы.»

Эш араһында оло быуын вәкилдәре йәштәргә кәңәш-фәтихаларын бирә. Милли костюмдарға тамбурлы биҙәктәр сигелгәндә, яңы йырҙар ҙа ижад ителә. Тимәк, коллектив тамашасыларҙы таң ҡалдырып, алҡыштарға күмеләсәк әле.

Автор: Фәниә Юланова