Сибайҙа быйылғы йылда 500-сө сабый донъяға килгән

Йома,3 августта,республиканың Сибай ҡалаһында ағымдағы йылда 500-сө сабый теркәлә. Ата-әсәһе уға Батыр тигән исем бирә. Был пар өсөн Батыр-ғаиләлә өсөнсө сабый.

Ғаилә ун бер йыл бергә татыу донъя көтә. Радмир Сәлимйән улы менән Нүрзиә Шәфкәт ҡыҙының Илмир һәм Замир исемле улдары ла бар. Өс бала атаһы белдереүенсе, улар ҡыҙ тыуыуына өмөтләнә. Әммә иң мөһиме-сабый һау-сәләмәт булһын.

Ата-әсәгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәренән иҫтәлекле бүләк ташырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Сибайҙа биш йөҙөнсө сабый, шулай уҡ, август айында теркәлгәйне.