Рөстәм Хәмитов, Краснояр крайындағы авиаһәләкәттә һәләк булған Башҡортостан егеттәре ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә бойорҙо

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтенә, авиаһәләкәттә һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте. Кәңәшмә һәләк булыусылар иҫтәлегенә, тынлыҡ минуты менән башланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә шәмбе, 4 августта, теркәлә. «Ютэйр» авиакомпанияһы вертолеты Игарка ҡалаһынан 180 саҡрымда һәләкәткә осрай. Һөҙөмтәлә, 15 пассажир һәм өс экипаж ағзаһы һәләк була. Улар араһында, Башҡортостандан булған ете кеше. Әлеге ваҡытта вкҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Республикала һәләк булыусыларҙың туғандарына психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтеү ойошторолған.