Башҡортостанда мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында бер миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк

Республикала белем учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында өҫтәлмә рәүештә бер миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Тейешле ҡарарҙы Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Уҡыу учреждениеларында капиталь ремонт башҡарыу һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү күҙаллана. Республиканың 85 мәктәбен World Skils стандарты буйынса үҙгәртәсәктәр. Бынан тыш, райондарҙа кескәй төркөмдәр булдырыуға 100 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Автор: Максим Окунев