Республикала егерме күперҙе төҙөкләндерәсәктәр

Республикала егерме күперҙе төҙөклөндерәсәктәр. Был эш алдағы ике йылға күҙалланған. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.

2018-2019 йылдарҙа туғыҙ күперҙе төҙөү һәм төҙөкләндереү ҡаралған. Ҡалған ун бер күперҙә төҙөлөш-ремонт эштәре башланасаҡ. Шулай уҡ, Октябрьск ҡалаһы 9-сы һанлы урамды төҙөү маҡсатында субсидия аласаҡ.

Фотография: Интернет