Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының элекке хеҙмәткәрен ришүәтселек өсөн хөкөм итәсәктәр

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының элекке хеҙмәткәрен ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр. Кафедра доценты билдә өсөн студенттарҙан аҡса ала. Шулай итеп, 2014 йылдың декабренән алып 2017 йылдың ғинуарына тиклем ҡатын ике йөҙ мең һум күләмендә аҡса ала.

Шулай уҡ, хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусы ҡайһы бер студенттарҙы алдаған. Уға «зачёт» өсөн аҡса бирәләр, әммә студенттар уны ала алмай. 2016 йылда уҡытыусы аралашсы булып сығыш яһай. Уның аша юғары уҡыу йортоноң икенсе уҡытыусыһына ҙур күләмдә аҡса тапшырыла.

Элекке уҡытыусы суд алдында яуап бирәсәк. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай.Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.

Фотография: Интернет