Башҡортостан мәктәптәре һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә.

Башҡортостан мәктәптәре һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһы нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Аҡсаның 300 миллионы мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт өсөн тотонола. Шулай уҡ хәүефһеҙлек тәьмин итеү, яңы ҡорамалдар алыу, балалар баҡсаларында уңайлыҡтар булдырыу өсөн сығымдар ҡаралған. Әле республикала мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү дауам итә.

Иглин районында ла төрлө ведомство вәкилдәренән торған комиссия белем усаҡтарының әҙерлеген тикшерә. Төп иғтибар - янғын хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән. Сигнализацияның төҙөклөгө, янғын һүндереү ҡорамалдарының етерлек кимәлдә булыуы, эвакуация юлдарының торошо - тикшереү ваҡытында барыһы ла иғтибарға алына. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, быйыл райондың мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылына етди әҙерләнгән. Етешһеҙлектәр юҡ кимәлендә.

Яңы уҡыу йылына Турбаҫлы ауылы урта мәктәбендә йылы санузел булдырыла. Ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында төҙөлә. Бынан тыш, балалар баҡсаһында ла косметик ремонт тамамланған. Һыу торбалары яңыртылған.

Гөлнара Саҙретдинова,Турбаҫлы ауылы балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы: «Ҡабул итеү комиссияһынан иҫкәртеүҙәр булманы. Быйыл ике аҙна ремонтта булдыҡ. Буяу материалдарын мәғариф бүлеге бирҙе, ремонт ваҡытында үтте.»

Байрас Ҡәҙербаев, Турбаҫлы ауыл биләмәһе башлығы: «Беҙҙә өс социаль объект - балалар баҡсаһы, мәктәп һәм ауыл советы. Улар ҡыш миҙгеленә әҙер. Һыу үткәрелгән. Йылылыҡ бар.»

Автор: Гөлназ Хәйбуллина