Еүешләнде әҙәм торлағы

Баш ҡалала көслө ямғыр эҙемтәләре... Кисәге ҡойма ямғыр йөҙәрләгән өфөлөләргә ҙур мәшәҡәт һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Ябай фатир хужаларынан тыш, элитала йорттарҙа йәшәгән хәлле кешеләр ҙә зыян күрҙе. Баҙар хаҡы 18- 20 миллион һумға баһаланған фатир хужалары матди юғалтыу күләмен иҫәпләй.

Мостай Кәрим урамындағы 41-се йорттоң ун беренсе ҡатында урынлашҡан 83 фатир хужаһына элиталы йорттан фатир һатып алыу шатлыҡ килтермәй. Уларҙы икенсе тапҡыр һыу баҫа. Үткән йыл августа һыу баҫыуҙан күргән ҡаза өсөн суд идарасы компанияға өс йөҙ мең һум күләмендә аҡса түләтеү ҡарарын сығара. Йәкшәмбе үткән ҡойма ямғырҙар һуң, уларҙы яңынан һыу баҫҡан. Фатир хужаһының вәкиле һәм идарасы компания хеҙмәткәрҙәре бөгөн ямғыр эҙемтәләренән сығып төҙөлгән актҡа ҡул ҡуйҙы.

Антон Илтуғанов,юрист: «83-сө фатир хужаһынан тыш, башҡа хужалар барыһы ла урында ине. Бында килгәндә фатирҙарҙы тубыҡтан һыу баҫҡайны. Идарасы ойошмаға шылтыраттыҡ, уларҙы ике сәғәт буйы көттөк. Улар иртәгә килербеҙ тип яуапланы. Бөгөн фатирҙарҙы ҡарау барышында идарасы компания һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең яуапһыҙлығын күрҙек. Улар ремонт эштәрен башҡарыу, түбәне ремонтлау хаҡында бер ниндәй ҙә аныҡ яуап бирмәне.»

Баҙар хаҡы 12 миллионға баһаланған йортта затлы ремонт эшләнгән. Түбәнән һыу ағыу һөҙөмтәһендә түшәмдәр һуҙылып төшкән, иҙән бүртеп артабан ҡулланыуға яраҡһыҙ хәлгә килгән. Ремонт эштәре фатир хаҡының теүәл ярты хаҡына барып баҫасаҡ тип фаразлай белгестәр. Идарасы " "Интегралжидфондсервис" компания үҙен бөлгән тип белдерә, ә торлаҡ -коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға ашыҡмай. Мостай Кәрим исемендәге 41 йорттоң түбәһендә күреүегеҙсә, көслө һыу эҙҙәре лә әле лә һаҡлана. Шәп яуған ямғыр һыуы аҫҡа тилем ағып төшөп өлгөрә алмай техник этаждағы 83 фатирҙы баҫа. Көслө һыу ағымы 83 фатир аҫтында урынлашҡан 80-се фатирға ла үтеп ингән. Фикус Ғәбдрәхимов йәшәгән фатирҙы лы һыу аямаған. Ҡойма ямғырҙар башланыу был ғаилә бюджетына кире йоғонто яһай. Яҡшы һәм сифатлы ремонтты ҙур сығымдар түгеп яңынан эшләргә тура киләсәк. Хужа фатирҙы ҡайтанан ремонтлау 6 миллионға барып баҫасаҡ тип иҫәпләй.

Өфөнөң Совет районында йәшәүселәр ҙә 2015 йылдан бирле тынғы тапмай. Улар ҙа ҡойма ямғырҙар башланыу менән шарлауыҡ аҫтында йәшәргә мәжбүр. Ямғыр һыуҙары торбанан үтә алмау сәбәпле бөтә йортто баҫҡан.

Владимир Тарасов, Октябрь проспекты 21/5 йорто старостаһы: «Был проблемаға асыҡлыҡ индереп, бөтә инстанцияларға ла хат яҙҙым. Әммә һөҙөмтәһеҙ.»

2015 йылда йорт түбәһенә капиталь ремонт яһалған. Ремонтҡа дөйөм йорт сығымдары бер миллион һигеҙ йөҙ мең һум тәшкил иткән. Ике бала әсәһе Татьяна Ғәлиеваның фатиры һыу баҫыуҙан ҙур зыян күргән. Суд идарасы компанияны яңынан ремонт эшләргә тигән ҡарар сығарған. Обойҙар нисек етте шулай йәбештерелгән, әммә 5 мең ярым һумлыҡ чектарға аҡса ҡайтарылмаған. Ғаилә икенсе тапҡыр фатирын һыу баҫыуҙан зыян күрә.

Татьяна Ғәлиева, ямғырҙан зыян күреүсе: «Электр сымдары еүешләнгән. Бындай шарттарҙа Ут менән ҡулланыу ғүмер өсөн хәүефле. Һыу баҫа башлау менән ике баламды алып аҫҡа йүгерҙем. Өҫтән һыу ҡойолоп торҙо. Лифт йөрөмәй. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел.»

Совет районындағы Октябрь проспектындағы 21/5 йотон һыу баҫыу эҙемтәләренә ҡасан сик ҡуйыласаҡ тигән һорауға Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығынан түбәндәгесә яуап алдыҡ.

Владимир Ильин, Өфөнөң совет районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: «Һыу үткәреүсе торбаны махсус видеоҡорамал ярҙамында тикшерәсәкбеҙ. Уны таҙартып йә булмаһы диаметрын киңәйтеп етешһеҙлектәрҙе яҡын арала бөтөрәсәкбеҙ.»

5 августа киске сәғәт алтыла башланған ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы эҙмә-эҙлекле эш алып бара.

Алик Шәрәфетдинов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә йөҙләгән кешенең толағына зыян килде, әммә халыҡты эвакуациялау мәсьәләһе киҫкен торманы. Һыу ташҡыны Өфөнөң Цюрупа, СССР-ҙың 50 йыллығы, Ибраһимов бульвары, Солтанов урамдарын өлөшләтә баҫты. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү, һыу юлдарын тикшереүҙә алты бригада ҡатнашты, 35 берәмек техника эшләне.»

Сираттағы ҡойма ямғыр коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең эшендә етешһеҙлектәрҙе асты. Проблемалар сығыу менән улар "Интегралжилфондсервис" кеүек үҙҙәрен бөлгән тип иғлан итә. Ошоға тиклем ҡабатланған хаталар ҙа һабаҡ булмаған. Һыу үткәргес торбаларҙы тәртиптә тотоуға ҡарағанда, йөҙәр мең һумдарға штраф түләү яшыраҡмы икән?

Автор: Гүзәл Борханова