Ауыл Кулибины

Оҫта ҡулында тимер ҙә йәнләнә! Нуриман районы Башшиҙе ауылында йәшәүсе үҙ ҡулдары менән трактор йыя. Бының өсөн автоһәүәҫкәр бер нисә машинаның алмаш өлөштәрен ҡуллана. Наил Шәрипов тимер атын "ҡарлуғасым" тип кенә йөрөтә.

Ҡулдан һатып алынған иҫке "ГАЗ" 52, "Жигули", "Нива" автомобилдәрен һүтеп яңы транспорт сараһын ҡороуға йыл самаһы ваҡыт китә. Трактор хужаһы төндәр йоҡламайынса техник һыҙмалар өҫтөндә ултыра. Әммә түгелгән көс үҙен тулыһынса аҡланы, тип билдәләй Наил Шәрипов. Ауыл ерендә донъя көткәндә трактор байтаҡ аҡсаны экономияларға ярҙам итә.

Наил Шәрипов,трактор йыйыусы: «Сварка менән үҙем йыям, бер кемгә лә һатмайым.»

Трактор хужаһы ҡарлуғасымды һатмайым тип белдерһә лә, былтыр ишек алдында үҙе йыйған машинаны бер үгеҙгә алмаша. Яратҡан шөғөлөндә Наил Зәхит улына тормош иптәше Айһылыу ҙа ярҙамлаша. Трактор хужаһы кәләше менән балалар өсөн кибеткә, ҡунаҡтарға йөрөр өсөн квадрацикл ҡороп ҡуя.

Ауылда көтөүлектәр булмау сәбәпле, ғаилә бер нисә йыл элек эре малын бөтөрөп, хужалыҡта ун бер һарыҡ, утыҙ биш тауыҡ ҡалдыра. Ҡышҡылыҡҡа бесәнде Шәриповтар өс көн эсендә ташып ҡуя. Бар эште ошо трактор атҡарып сыға - тырмата ла, ташый ҙа. Тағылмалы техника бер тейәүҙә мең тоннаға тиклем йөк ташый ала.

Автор: Флорида Ким