Өфөлә акустик музыка фестивале үтте.

"Ватан" этнопаркы биләмәһендә уҙғарылған байрамда илдең егерме биш ҡалаһынан музыканттар сығыш яһаны.

Иң ҙур рок-төркөм бер майҙанда. Көн дауамында сәхнәлә йөҙҙән ашыу гитарасы сығыш яһаны, сараны музыкаль яҡтан ҡурайсылар, скрипкасылар байытты. Концерт программаһы буйынса донъя кимәлендә билдәле композициялар яңғыраны. Музыканттарҙың 70 проценты Башҡортостандан булһа, ҡалғандары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгәйне. Фестивалдең маҡсаты киләсәктә Халыҡ-ара кимәлгә сығыу.

Айрат Ҡадиров, фестивалдә ҡатнашыусы: «Был байрамда ҡатнашыуыма шатмын. Гитарала икенсе йыл ғына уйнайым. Рокты яратам. Өфөлә йылдан-йыл был йүнәлештәге музыка үҫә, шуға ҡыуанам.»

Автор: Гөлназ Хәйбуллина