Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн яңы ятаҡтар төҙөйәсәктәр

Өфөлә БДУ студенттары өсөн яңы ятаҡханалар төҙөләсәк. Берҙәм мәғлүмәт системаһында ике корпус төҙөлөшөнә заявкалар барлыҡҡа килде. Килешеүҙең башланғыс хаҡы— 297 млн һум.

Фотография: Интернет

3 сентябрҙә беренсе корпус төҙөлөшө өсөн аукционда яуаплы төҙөүсө һайланасаҡ. Ятаҡ 560 урынға тәғәйенләнгән. Корпус 2020 йылдың сентябрендә Вәлиди- Пушкин-Аксаков-Гоголь кварталында барлыҡҡа киләсәк.

Киләсәктә студенттар ятағында һәр бүлмәлә айырым аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәһе буласаҡ. Корпустың дөйөм майҙаны— 2,5 мең кв.м. Икенсе бина тәүгеһе артынан күтәреләсәк.