Башҡортостан Юлдаш телеканалы «Өфө» – «Прогресс Нидеркорн» уйынын тура эфирҙа күрһәтәсәк

«Өфө» футболсылары Европа Лигаһында көрәшеүен дауам итә. Кесе йома, 9 августта, «Нефтсе» стадионында урындағылар Люксембург коллективы «Прогресс Нидеркорн» менән осрашасаҡ. Уйынды тура эфирҙа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы күрһәтәсәк.

Әгәрҙә «Өфө» Люксембург спортсыларын еңһә, беҙҙең футболсылар «Рейнджерс» һәм «Марибор» коллективы спортсылары менән осрашасаҡ. Уйындар 23 һәм 30 августта үтәсәк.

«Өфө» – «Прогресс Нидеркорн» уйынын Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Башлана 19:00 сәғәттә.