Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре йөҙҙән ашыу ҡомарлы уйын автоматтарын юҡ итте

Башҡортостанда полиция ҡомарлы уйын бизнесы менән көрәште дауам итә. Өфөнөң Калинин районында полиция хеҙмәткәрҙәре 130 ҡомарлы уйын автоматтарын, шулай уҡ, Учалы һәм Шишмә райондарынан тартып алынған ҡоролмалар юҡ ителде.

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың уҙған ете ай эсендә ҡомарлы уйын бизнесы менән көрәш сиктәрендә, 440 уйын ҡоролмалары юҡ ителә. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 35 уйын клубтары асыҡлана, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә эшләүсе өс уйын урындары ябыла.

Ҡомарлы уйын эшмәкәрлеге менән көрәш дауам итә.

Фото: Интернет