Ирәмәл тауында оло йәштәге ҡатын юғала

Уҙған ял көндәрендә туристар төркөмө Ирәмәл тауына күтәрелә. Улар араһында 71 йәшлек ҡатын да була. Тик төркөм тауҙан төшкәндә, оло йәштәге ҡатын булмай сыға. Уны тәүлек үткәс кенә табалар.

Силәбе өлкәһенең эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтененән хәбәр итеүҙәренсә, тау башында ҡатын, медитация өсөн яңғыҙы ғына ҡалыу маҡсатында, төркөмдән ситкә китә. Кире барам тигәндә, уның аяғын көҙән йыйыра. Көслө ел сәбәпле, ҡатындың тауышын бер кем дә ишетмәй. Кискә ҡарай ғына оло йәштәге ҡатын аҫҡа төшә. Ағас аҫтында төн үткәрә.

Иртәнсәк турист һуҡмаҡҡа сыға, унда уны ҡотҡарыусылар ҡаршы ала.Квадроциклда яҡын ауылдағы ауылға алып баралар. Ҡатынға медицина ярҙамы талап ителмәй.

Фото: Интернет