Тәбиғәт ғәрәсәте

Благовещен районы Осиповка ауылында ун бер йорт дауылдан зыян күргән. Төнөн сыҡҡан көслө ел кәртә, ҡаралтыларҙы ла емерә. Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнаша.

Шамиҙановтар ғаиләһе өсөн шишәмбе күңелһеҙ башлана. Төнгө ун икенән һуң һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреп, елдең көсәйеүенән зыян күрә улар. Хәҙер йорттоң ҡыйығын төҙөргә, профнастил һатып алырға тура киләсәк.

Светлана Шамиҙанова, зыян күреүсе: «Ныҡ күк күкрәне башта, көслө ел булды. Ҡурҡтым. Профнастил осҡан күршеләр баҡсаһына, яртыһы юлда ята ине.»

Төнөн ярты сәғәт тирәһе боҙборсаҡ ҡатыш ямғыры ла яуа, хәйер, бетон түшәм өй эсенә һыу үткәрмәй. Әйткәндәй, күсемһеҙ милек ике ғаилә ҡарамағында, шуға эш ырамлы бара. Фатир хужалары берҙәм көс менән тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөп, төҙөлөш эштәрен башҡарырға ниәтләй.

Дауылдан башлыса ауыл осонда йәшәүселәр зыян күрә. Секундына 20 метрғаса тиҙлек менән иҫкән ел Ялан һәм Ҡояшлы урамдарындағы йорттарҙың профнастилын осороп алып китә. Ә бына шифер менән ҡапланған өйҙәр өлөшләтә генә емерелгән.

Был аңлашыла - профнастилдың файҙалыныу ваҡыты оҙағыраҡ булһа ла, ул үтә лә еңел төҙөлөш материалы. Ҡайһы бер йорттарҙың ҡыйығындағы кирбес тә елгә бирешә. Благовещен районы Осиповка ауылында дауылдан барлығы ике тиҫтәгә яҡын ғаилә тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күрә.

Семен Бикбаев, Осиповка ауылында йәшәүсе: «Тәбиғәт үҙенекен итә. Бына бөгөн тғандар йыйылыштыҡ ярҙам итәбеҙ бер беребеҙгә.»

Бәлә төнө алдынан ауыл халҡы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында кеҫә телефонына смс-иҫкәртеүҙәр ҙә ала. Тик был яңылыҡты күптәр иғтибарһыҙ ҡалдыра. Благовещен районында әле ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса махсус комиссия эшләй. Тәбиғәт ғәрәсәтенән күрелгән дөйөм зыян күләме иҫәпләнә. Шулай уҡ урында ҡотҡарыусылар, башҡа ведомство вәкилдәре лә көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителгән.

Әниф Ғиниәтов, Благовещен районы хакимиәтенең башлығы урынбаҫары: «Электр энергияһы менән тәьмин итәбеҙ йорттарҙы. Мәктәп ашханаһында йылы аш та бар. Бер зыян күреүсе лә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ.»

Билдәле булыуынса, дауылға эләккән йорттарҙың тик бишәүһе генә страховкалаған. Шулай ҙа Әғзәмовтар ғаиләһенә теплицаларын-ҡураларын үҙ көстәре менән тергеҙергә тура киләсәк.

Миңзәлә Әғзәмова, зыян күреүсе: «Ҡыйығыбыҙ өлөшләтә емерелде. йотобоҙ страховкаланғайны, утыҙ мең тирәһе ҡайтарасаҡбыҙ. Ҡалғандарҙың зыян күләме күберәк.»

Бәхеткә, көслө ел ауыл халҡына ҡағылмай, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Төнөн ауылда медицина хеҙмәткәрҙәре, психологтар эшләй. Әйткәндәй, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдағы көндәрҙә лә һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуын, елдең секундына 22 метрғаса тиҙлек менән иҫеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина