Сифатлы иҡтисад

Хеҙмәткәрҙәргә һаҡсыл предприятие. Мәшғүллек һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү программаһы Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй кимәлендә ҡабул ителгән проект илдең алты төбәгендә эшләй. Республикала ғына был программала ҡатнашырға 10 предприятие теләк белдергән. Өфөләге "Стеклонит" предприятиеһы шуларҙың береһе.

Башта кәтүккә епте биш тапҡын урарға кәрәк. Ә икенсе этапта иһә бер кәтүк еп ныҡлы итеп орсоҡҡа урынлаштырыла. Яңылышырға ярамай. Юғиһә, еп дөрөҫ уралмауҙан бигерәк, өҙөлөүе лә ихтимал. Талымлы эш. Шуға ла был цехта башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Гөлфирә Сабитова ғына предприятиела 30 йылдан ашыу. Ҡасандыр эште кесе кадрҙарҙан башлаһа, бөгөн ул "Башҡортостандың атҡаҙанған химигы" тигән абруйлы исем алыуға өлгәшкән. Өҫтәүенә, йәш белгестәрҙең алыштырғыһыҙ остазы ла булып тора. Иң мөһиме теория һәм практиканың бергә алып барылыуы эш ваҡытын тотҡарламай, ти предприятие белгестәре. Уҡыу-уҡытыу ғөмүмән, предприятиеның төрлө цехтарында ойошторолған.

Өҫтәүенә, предприятиела һаҡсыл етештереү программаһы ла тормошҡа ашырыла.

Проект быйыл ғөмүмән, илдең алты төбәгендә шул иҫәптән Башҡортостанда тормошҡа ашырыла. Мәшғүллек һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү программаһында республиканың ун предприятиеһы ҡатнашырға теләк белдергән. Киләһе йыл был программаға ауыл хужалығы предприятиеларын йәлеп итеү ҡарала. Тимәк, эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен бер аҙға булһа ла хәл итер тигән өмөт бар. Өҫтәүенә, хеҙмәткәргә ҡыҫҡартыу янаған осраҡта, ул икенсе урынға күсә ала.

Автор: Азат Ғәлиуллин